-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 10:30

“Гараж амнистияһы” көтә беҙҙе

Кисә Президент Владимир Путин Росреестр етәксеһе Олег Скуфинский менән осрашты. Рәсәй граждандарының бик күптәренә ҡағылған мөһим проблеманы күтәрҙе ил етәксеһе.

Кисә Президент Владимир Путин Росреестр етәксеһе Олег Скуфинский менән осрашты. Рәсәй граждандарының бик күптәренә ҡағылған мөһим проблеманы күтәрҙе ил етәксеһе.
Һүҙ “гараж амнистияһы” тураһында бара. Олег Скуфинский белдереүенсә, йыл аҙағына тиклем был турала закон ҡабул ителәсәк.
Илдә совет заманынан 3,5 млн. гараж һәм улар ултырған ер участкалары рәсмиләштерелмәй ҡалған икән. Шуның арҡаһында кешеләр гараждарына һата ла, вариҫтарына мираҫ итеп тә ҡалдыра алмай.
Билдәле булыуынса, быға тиклем “дача амнистияһы” булғайны. Ул халыҡҡа баҡсаларын үҙ исеменә яҙыу мөмкинлеген бирҙе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: