Кисә Көйөргәҙе районына, Ҡырғыҙстан кешеләре ваҡытлыса урынлаштырылған лагерға Ҡырғыҙстан Республикаһының Рәсәйҙәге илселегенең консуллыҡ бүлеге мөдире Эдуард Насиров килде. Ул яҡташтары урынлашҡан палаткаларҙа булып, уларҙың ваҡытлыса ниндәй шарттарҙа йәшәүен, туҡланыу нисек ойошторолоуын, көнкүреш мәсьәләләре ни рәүешле хәл ителеүен ҡараны. Эдуард Насиров шарттар арҡаһында илдәренә ҡайта алмай ҡалған ватандаштарының бөтә һорауҙарына ла яуап бирҙе.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия арҡаһында Ҡаҙағстан сиктәре ябыҡ ҡала. Ватандаштарыбыҙ, быға тиклем булған кеүек, транзит коридор буйлап үтерҙәренә ышанғайны. Май айынан беҙ Ҡырғыҙстанға 10 мең тирәһе яҡташыбыҙҙы ҡайтарҙыҡ. Ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн илселек мине командировкаға ебәрҙе, әле Ҡаҙағстан яғынан яуап көтәбеҙ. Беҙ бында туҡталған Ҡырғыҙстан граждандарының тағы бер тапҡыр дөйөм исемлеген төҙөргә, проблеманы хәл итеү өсөн документтары тәртиптә булмағандарҙы асыҡларға тейеш.
Башҡортостан етәкселегенә, район һәм ҡала башлыҡтарына ватандаштарыбыҙға күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерергә теләйем. Яҡташтарыбыҙға лайыҡлы шарттар тыуҙырылған, туҡланыу ойошторолған, урындағы властар улар мөрәжәғәт иткән бөтә һорауҙарҙы хәл итә.
Яҡын арала мәсьәлә хәл ителер, был аҙнала Ҡаҙағстан властары беҙҙең граждандарҙы үҙ территорияһы аша үткәрер өсөн транзит коридор бирер, тип ышанам”, – тине “Башинформ” агентлығына Ҡырғыҙстандың Рәсәйҙәге илселеге вәкиле.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Ҡырғыҙстандың 1700-ҙән ашыу кешеһе Ҡаҙағстан менән Ырымбур өлкәһендәге сик ябылыу арҡаһында Башҡортостанда туҡталырға мәжбүр булды. Улар, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта эшләп, үҙ иленә ҡайтып барғандар. Республикабыҙҙа сит ил кешеләрен ваҡытлыса урынлаштырғандар, улар өсөн ҡайнар аш хәстәрләгәндәр, медицина күҙәтеүен ойошторғандар, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы тәьмин иткәндәр.
Башҡортостан Башлығы был хәлде шәхси күҙәтеүенә алған.
Фото "Башинформ" агентлығынан алынды.