Рәсәйҙең дүрт төбәгендәге балалар баҡсаларында бер мең яңы урындар барлыҡҡа киләсәк.
Ил хөкүмәте етәксеһе Михаил Мишустин белдереүенсә, был маҡсатта Башҡортостан, Краснояр һәм Ставрополь крайы, Силәбе өлкәһе 700 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ.
Өҫтәмә аҡсалар балалар баҡсаларында яңы урындар төҙөүгә тотоноласаҡ. Хөкүмәт финанстарҙы төбәктәр араһында бүлеү буйынса ҡарарға ҡул ҡуйған.
Ул сумма йәш ярымдан 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн урындар булдырыуға йүнәлтелә.