+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 14:02

Ауыл еренә – уңайлы шарттар

Салауат районы Первомайский ауылында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы сиктәрендә яңы һыу үткәргес төҙөү буйынса эштәр бара. Бында 600 кеше йәшәй.

Салауат районы Первомайский ауылында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы сиктәрендә яңы һыу үткәргес төҙөү буйынса эштәр бара. Бында 600 кеше йәшәй.
Программала ҡатнашыу өсөн ауылдарҙы һайлағанда төп критерий булып унда йәшәүсе халыҡтың һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарының башланғысы, уларҙа дәүләт экспертизаһын уңышлы үткән проект-смета документацияһы булыуы тора. Артабан конкурс буйынса подрядсы билдәләнә һәм эштәр башлана.
Һыу үткәреү мәсьәләһе Первомайский ауылы халҡын 13 йыл дауамында борсой. Торбалар иҫкергән, үҙәк һыу үткәргесе юҡ, һыуһыҙ ултырған саҡтары ла була.
2019 йылда проект ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһына эләгә. Әле 11 саҡрым торба үткәрелгән. Һыу үткәргесенең оҙонлоғо барлығы 11782 метр тәшкил итәсәк. Подрядсы – “Төҙөүсе” («Строитель») ЯСЙ муниципаль контракттың шарттарын уңышлы үтәй. Һыу үткәргесен төҙөү өсөн 58 миллион һум аҡса китә. Эштәрҙе 2020 йылдың ноябрь аҙағында тамамларға иҫәп тоталар.
Эпидемиологик хәлдәргә ҡарамаҫтан, ауыл ерендә йәшәгән граждандар өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә эштәрҙе алып барыу туҡталмай.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: