+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 19:57

“Алтын тауыш” дистанцион форматта үтә

“Алтын тауыш” республика конкурс-фестивале ноябрҙә дистанцион форматта үтәсәк.#миллипроект #нацпроект

“Алтын тауыш” республика конкурс-фестивале ноябрҙә дистанцион форматта үтәсәк.
#миллипроект #нацпроект
Конкурс-фестивалдә мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған белем биреү учреждениеларында шөғөлләнгән уҡыусылар ҡатнаша ала.
“Алтын тауыш” республика конкурс-фестивале “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
Конкурс-фестивалдә ҡатнашыу өсөн ноябрь айында яңғыҙ һәм дуэт менән йырлаған видеояҙмалар ебәреү кәрәк буласаҡ. Эштәр “Академик йырлау”, “Халыҡ йыры”, “Эстрада йыры” номинациялары буйынса баһаланасаҡ. Сара һөҙөмтәһе булып видеофильм эшләү ниәтләнә.
Ҡатнашыу өсөн 20 октябргә тиклем [email protected] электрон адресына бәйгенең положениеһында күрһәтелгән өлгө буйынса ғариза тултырып һалырға кәрәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: