+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 20:46

7300 саҡрым юл төҙөкләндереләсәк

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 7300 саҡрым ваҡ таш түшәлгән автомобиль юлы төҙөкләндереләсәк.

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 7300 саҡрым ваҡ таш түшәлгән автомобиль юлы төҙөкләндереләсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә 2024 йылға тиклем ауыл-ҡасабаларға инә торған ваҡ таш һәм ҡом-таш түшәлгән юлдарҙы төҙөкләндереү бурысын ҡуйҙы.
Республика Башлығы ҡушыуы буйынса, һәр муниципалитет 2020 йылда юлға ваҡ таш түшәү өсөн 10-ар миллион һум аҡса алған. 2021 йылға ла бындай маҡсатта аҡса бүлеү ҡаралған.
БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев әйтеүенсә, 2020 йылда ваҡ таш түшәлгән юлдың оҙонлоғо 1000 километр тәшкил итәсәк. Эштәр 15 ноябргә тиклем тамамланасаҡ. Графикҡа ярашлы, 2021 йылда – 1730, 2022 йылда – 1574, 2023 йылда – 1489, 2024 йылда 1448 саҡрым юлды төҙөкләндереү планлаштырыла. Барлыҡ муниципалитеттарҙа эштәр БР юл фонды бүлгән аҡсаға алып барыла. Өс район – Өфө, Асҡын, Бәләбәй – урындағы ҡаҙнанан аҡса бүлгән.
– Район хакимиәте башлыҡтарының юлдарҙы түшәүгә аҡсаны үҙҙәре табыуы урындарҙа өҫтөнлөклө бурыстарҙы аңлауҙары хаҡында һөйләй, – тине Радий Хәбиров. – Был мәсьәләләр йылдар буйы хәл ителмәгән, беҙ уны урынынан ҡуҙғаттыҡ. Кешеләр хәҙер үҙ участогына барып етә ала. Был яңы төҙөлгән йорттарға ла ҡағыла. Үткән аҙнала Хәйбулла районында булдым. Халыҡ ваҡ таш өсөн рәхмәтен белдерә, хәҙер асфальт һорай. Кешеләр уңайлы шарттарҙа йәшәргә теләй, беҙҙең бурыс – был мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итеү. Юлдарға ваҡ таш түшәү эшен дауам итербеҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: