+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 17:46

Театрҙар ижад миҙгелдәрен аса

Республика сәнғәт учреждениелары күптән көтөлгән ижад миҙгелдәрен аса. Уның форматы онлайн түгел, ә тамашасылар ниһәйәт спекталдәрҙе “тере” килеш күрә аласаҡ.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының 83 - сө ижад миҙгеле ике Гала- концерт менән асылды. Академик музыка яратыусылар был көндәрҙә концерт тамашаһы ҡарап кинәнде. Тәүге көндә театрҙың күренекле йырсылырының сығышын, икенсе кисәлә иһә Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовты тыңлап кинәнде. Шулай уҡ яңғыҙ сығыштар менән халыҡ ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары сығыш яһаны.
Асҡар Абдразаҡов әйтеүенсә, театр яңы миҙгелдә байтаҡ яңылыҡтар кисергән. Рәсәйҙә тәүгеләр иҫәбенә ингән заманса башҡорт операһы тигән проект сафҡа индерелгән. Шулай уҡ опера һәм балет театры базаһында опера сәнғәте Академияһын асыу күҙаллана.
Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры сентябрь урталарында уҡ тамашасылар хөкөмөнә Сыңғыҙ Айтматовтың “Ал яулыҡлы тирәккәйем” спектаклен тәҡдим итте. Театр һөйөүселәрҙе октябрь айҙарында ла яратҡан тамашалар көтә. Йәштәр театры сайтында бөтә спектаклдәрҙең дә афишаларын күҙәтеп барырға мөмкин.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ла оҙайлы ялдан һуң 24 сентябрҙә ижад миҙгелен асасаҡ. Билдәле булыуынса, театрҙың ҙур залында ремонт эштәре дауам итә.Шуға күрә спектаклдәр бәләкәй залда барасаҡ. Тәүге көн тамашасылар Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса ҡуйылған “Һөйәркә” спектаклен ҡарай аласаҡ.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры 90-сы юбилейлы ижад миҙгелен асты. Тәүге көндә үҡ тамашасылар Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал” спектаклен ҡараны. Режиссер Илнур Муллабаев ҡуйыуындағы тамаша, комдивты хәрби начальник итеп түгел, ә кеше, шәхес булараҡ һүрәтләй. Әле Сибайҙар Әбйәлил, Баймаҡ райондары буйлап үҙҙәренең тәүге гастролдәрен башларға тора. Театр юбилейлы миҙгелгә бер- нисә яңы премьера әҙерләгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: