-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 17:04

Республикала миллионға яҡын кеше COVID-19-ға тикшереү уҙған

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 вирусы 35 кешелә асыҡланған. Эпидемия башынан алып коронавирус йәмғеһе 8 452 ауырыуҙа табылған.

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 вирусы 35 кешелә асыҡланған. Эпидемия башынан алып коронавирус йәмғеһе 8 452 ауырыуҙа табылған.
“Әлеге мәлдә дауаханала 33 сырхау ята, берәүһе ауыр хәлдә, – тине Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Амбулатор шарттарҙа 495 ауырыу дауалана, вирус йоҡтороусылар менән аралашҡан 220 кеше үҙизоляцияла”.
Министр әйтеүенсә, һуңғы аҙнала коронавирустан һауыҡҡан 224 яҡташыбыҙ дауахананан сыҡҡан, ә дөйөм алғанда, был сирҙән сәләмәтләнеүселәр – 7 890.
Шуны билдәләп китеү кәрәк: Башҡортостанда ПЦР ысулы буйынса 920 мең кеше COVID-ҡа тикшереү үткән.
Республикала гриптан вакцинациялау бара. Әле 412 мең кешегә прививка яһалған – препараттың тәүге партияһы 81 процентҡа файҙаланылған. Октябрҙә вакцинаның икенсе партияһын килтерәсәктәр.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: