23 сентябрҙә Рәсәй Парламентының Юғары палатаһы – Федерация Советы – көҙгө сессияһын аса. Советтың регламент комитеты башлығы Вячеслав Тимченко белдереүенсә, Юғары палата эшендә Президент Владимир Путин ҡатнашасаҡ.
Конституцияға үҙгәрештәр индереү һөҙөмтәһендә Федерация Советына өҫтәмә вәкәләтлектәр йөкмәтелде. Сенаторҙар хәҙер көс ведомстволары етәкселәрен ҡуйғанда үҙҙәренең ризалығын бирергә тейеш. “Мин Федерация Советында алты йыл эшләйем, ошо ваҡыт эсендә Президент менән бының кеүек форматта осрашыу үткәнен хәтерләмәйем”, - тип хәбәр иткән Вячеслав Тимченко “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығына.