0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 11:15

Ҡот осҡос фажиғә

20 сентябргә ҡараған төндә Өфө – Инйәр – Белорет юлының 151-се километрында “Фольксваген Поло” автомобиле "Ман" йөк машинаһы менән төкөш һәм юлдан сығып оса. Водитель, уның 27 йәшлек ҡатыны, биш һәм һигеҙ йәшлек ике бала тиҙ медицина ярҙамы табиптары килеп еткәнсе йән бирә.

Төндә туҡтауһыҙ ямғыр яуып торғанлыҡтан, юл тайғаҡ була. Ошо ҡатмарлы юл шарттарында еңел автомобиль водителе машинаға идараны юғалта һәм боролошта ҡаршы һыҙатҡа барып сыға. 26 йәшлек йөк автомобиле водителе бер нимә лә эшләп өлгәрә алмай.
Оло фажиғә һәм был ҡот осҡос аварияға бәйле Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта:
– Өфө – Инйәр – Белорет трассаһы хаталарҙы ғәфү итмәй. Саҡ ҡына тиҙлекте арттырыу ҙа ҙур фажиғәгә килтереүе ихтимал. Әле миҙгелдәр алмашынған ваҡытта юл тағы ла хәүефлерәккә әйләнә. Ямғырлы юл ҡайһы бер урындарҙа туңа башлай һәм водителдәргә ныҡ һаҡ булырға кәрәк, – тип белдерҙе һәм һәләк булған йәш ғаиләнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Һәләкәтле варияға Белорет ҡалаһында йәшәгән Влад менән Нина И. ғаиләһе тарыған. Нинаның атаһы һөйләүенсә, ҡатын балалары менән Өфөгә аэропортҡа бара һәм эштән ҡайтып килгән ғаилә башлығын ҡаршы ала. Ир вахта ысулы менән Мәскәү ҡалаһында эшләгән була.
Читайте нас: