+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 21:43

Надежда Бабкина башҡортса йырлаясаҡмы?

Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина үҙенең репертуарына башҡорт телендә йыр индереүҙе вәғәҙәләне. Был турала ул “Евразия йөрәге” фестивале осоронда республика башлығы Радий Хәбировҡа һөйләне.

Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина үҙенең репертуарына башҡорт телендә йыр индереүҙе вәғәҙәләне. Был турала ул “Евразия йөрәге” фестивале осоронда республика башлығы Радий Хәбировҡа һөйләне.
Надежда Бабкина әйтеүенсә, ошо йәһәттән уның етди генә пландары бар.
-Башҡорт телендә йыр әҙерләргә уйлайым. Бының өсөн миңә “Арғымаҡ” башҡорт этно-рок төркөмө егеттәре менән берлектәге проектты тормошҡа ашырырға кәрәк. Үҙешмәкәрлек, милли үҙенсәлек менән һуғарылған коллективтарға һоҡланам. Дәүләт тә милли традицияларға нигеҙләнә. Беҙҙең көсөбеҙ ҙә милли тамырҙарға барып тоташа. Шуға мин башҡорт йырын да башҡарырға ҡарар иттем.
Әйткәндәй, Надежда Бабкинаның репертуарында татар йыры бар ине. Уны йырлағанда бөтә кешеләр майҙанға сығып бейене. Шуға күрә халыҡтарҙы берләштереү өсөн йыр күпере һалыу- ул иң ышаныслыһы тигән фекерҙә Рәсәй йондоҙо.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: