+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 19:51

Икенсе Этҡолда мәҙәниәт усағы асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәләр

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында мәҙәниәт йортона капиталь ремонт үткәрелә. Әле ул тамамланыу алдында. Мәҙәниәт йортоноң эргә-тирәһе лә төҙөкләндерелә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроекткультура

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында мәҙәниәт йортона капиталь ремонт үткәрелә. Әле ул тамамланыу алдында. Мәҙәниәт йортоноң эргә-тирәһе лә төҙөкләндерелә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроекткультура
Ремонт эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. “Алмаз и К” ойошмаһы менән 9 213 120 һумға килешеү апрелдә төҙөлгән. Аҡсаны экономиялау һөҙөмтәһендә планға шулай уҡ клубтың ҡыйығына капиталь ремонт үткәреү ҙә индерелгән.
Мәҙәниәт йорто янында төрлө йүнәлештәге берләшмәләр эшләй. Башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусы “Осҡон” халыҡ ансамбле, “Йәнгүҙәй” ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле, “Ҡорҙаштар” ир-аттар вокал ансамбле, гармунсылар ансамблдәре бар. Шулай уҡ “Ҡолонсаҡ” балалар ижад студияһы эшләй. Шуға ла барыһы ла мәҙәниәт усағының асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: