-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 17:57

Бөгөн бәхетле булығыҙ

Сибай башҡорт дәүләт драма театры быйыл тамашасылар хөкөмөнә дүрт яңы премьера әҙерләне. Шуларҙың береһе, яңыса алымдар менән ҡуйылған премьерала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова уйнаны. Был тамаша ниндәйҙер кимәлдә актрисаның бенефисы кеүек үтте.

Сибай башҡорт дәүләт драма театры быйыл тамашасылар хөкөмөнә дүрт яңы премьера әҙерләне. Шуларҙың береһе, яңыса алымдар менән ҡуйылған премьерала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова уйнаны. Был тамаша ниндәйҙер кимәлдә актрисаның бенефисы кеүек үтте.
“Һағыштарым тулы ғазаптарым” спектаклен сәхнәгә РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы Олег Ханов ҡуйҙы. Ул Ярослава Пулиновичтың “Земля Эльзы” әҫәре буйынса ҡуйылған сәхнә эше.
Әлфирә Йосопова Сибай театрында 35 йыл эшләү дәүерендә, сәхнәлә 70- ләп образ тыуҙырған.Ҡыйғы районында тыуып үҫкән актриса үҙенең бөтә ижади ғүмерен ошо төбәккә бағышлаған. Әлфирә Фәйзрахман ҡыҙы әйтеүенсә, күберәк Флорид Бүләков әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә уйнарға тура килгән. Ролдәрҙең барыһы ла уның өсөн бик яҡын һәм ҡәҙерле.
-һуңғы спектаклгә килгәндә, уның героиняһы ҡайһылыр урындарҙа минең яҙмышым менән ауаздаш. Шул тиклем дә асылырмын тип уйламағайным да. Был спектакль дә түгел хатта, ул кино һымаҡ. Күберәк һөйләшеү жанрына таянған. Ҡуйыусы режиссер Олег Закир улы Ханов бер ай буйына текст өҫтөндә эшләтте. Был иҫ киткес тәжрибә. Сәхнәгә сыҡҡас ул ныҡ ярҙам итте. Беҙ һабаҡ, фәһемле дәрестәр алдыҡ режиссерҙан. Бының өсөн Олег Хановҡа бик рәхмәтлемен.
Шуны әйтергә кәрәк, спектакль ниндәйҙер сюжет линияһына ҡоролмаған. Актриса әйтеүенсә, унда кешеләрҙең күңел кисерештәре уйнала.
-Был спектакль мине, кеше булараҡ та, бөтөнләй үҙгәртте. Тормошҡа башҡарасаҡ ҡарарға ярҙам итте. Бәхеттең килгәнен ҡайҙандыр көтөп ултырырға кәрәкмәй. Бөгөн бәхетле булып йәшәргә кәрәк. Мин дә һәр көнөмдә шулай йәшәргә тырышам. Тәбиғәт яратам, йыш ҡына урманға сығам. Унда үҙемде бәхетле итеп тоям. Алмаз мозаикаһы, һүрәттәр эшләү менән мауығам. Был да күңел тыныслығы бирә торған шөғөл. Ғүмерең эсендә бер тапҡыр, һинең күңелеңә тура килгән яҡшы кеше осраны, ти. Ә һин, туҡта,булыр әле тип үҙеңдең бәхетеңде аҙаҡҡа ҡалдыраһың. Юҡ, ярамай. Хәҙер һәм ошонда бәхетле булырға кәрәк. Спектакль бына ошо ҡиммәттәрҙе аңлата ла.
Спектаклдә Әлфирә Йосопованың партнерҙары булып Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитова, Нурзиә Әбдрәшитовалар, республиканың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова, Әлфирә Ғәлләмова һәм башҡалар уйнай.
Спектакль бәләкәй клубтар өсөн тәғәйенләнмәгән, ти актриса. Шулай ҙа көҙ айҙарында уны Хәйбулла, Баймаҡ тамашасылары күрә аласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: