Хәйбулла районында бөгөн “Башҡортостан” аллеяһы ултыртылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй экология өмәһе сиктәрендә “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашты.
Хәйбулла районының 90 йыллығы уңайынан ултырған аллея миләш һәм ҡарағай ағастарынан тора. Һәр бер үҫенте айырым бер биләмәне һәм башҡарыу власы органын символлаштыра. Радий Хәбиров быны үҙенең сәхифәһендә лә билдәләп үткән.
-Уртаса алғанда ҡарағай 100-200 йыл йәшәй. 500 йыл йәшәгән ағастар ҙа бар. Бөтә Рәсәй өмәһенә ҡушылып Хәйбулла районында ултыртылған ҡарағайҙар оҙон ғүмерле булыр тип ышанам. Ошондай акциялар бөгөн күп райондарҙа һәм ҡалаларҙа үтте.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы республикала дүртенсе йыл рәттән уҙғарыла. Былтыр Башҡортостан төбәктәрендә 1 миллион 500 мең ағас ултыртылған, көҙ көнө генә 69 мең. Йыл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, быйыл тағы ла 77 мең төп үҫентеләр ултыртылған.
Сентябрҙа акция ике этапта - 19 һәм 26 сентябрь уҙасаҡ. Унда 100 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Республика башлығының ҡушыуы буйынса ағастар һәм үҫентеләр “Башҡорт ихатаһы” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән урамдарҙа ла ултыртыласаҡ.