Башҡортостанға Гамалея исемендәге үҙәктә етештерелгән «ГАМ-КОВИД-ВАК» (Спутник V) вакцинаһының тәүге партияһы ҡайтартылды. Рәсәй табиптары әйтеүенсә, ул коронавирусҡа ҡаршы иммунитетты ике йылға тиклем һаҡларға һәләтле.
Вакцинаны “Башфармация” предприятиеһы келәттәренә бушатҡандар. Предприятиела уны һаҡлау өсөн тейешле температураны тотоусы махсус һыуытҡыс ҡоролмалары бар. Артабан препарат ҡайһы бер медицина ойошмаларына ебәреләсәк.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин вакцинаның иң тәүҙә хәүеф зонаһындағы медиктарға яһаласағын белдерҙе. Киң вакцинация препаратты етештереү артҡас башланасаҡ.