+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2020, 12:20

Эльбрусты яуланы

Хәрби хеҙмәттә аяғын юғалтҡан яҡташыбыҙ, хәҙер иһә параатлет, билдәле блогер булып киткән Рөстәм Нәбиев ошо көндәрҙә Эльбрусты яуланы. Ул ике аяҡһыҙ Рәсәйҙең һәм Европаның иң юғары тау нөктәһенә менгән берҙән –бер кеше. Уны социаль селтәрҙәрҙә 700 мең кеше күҙәткән.

Үҙенең Эльбрусҡа сәйәхәте хаҡында Рөстәм Рәсәй-1 каналының “Хәйерле иртә, республикам” тапшырыуында һөйләне. Тура эфирға ул ҡатыны Индира Нәбиева менән килгәйне.
Тауға менгәндә Рөстәм үҙенең көсөнә ышана, ләкин һауа торошоноң боҙолоп китеүенән генә ҡурҡа. Уны Эльбрусҡа ике гид оҙата бара.
-5 мең метр юғарылыҡҡа менгәс, көслө томан ҡаплауына ҡалдыҡ. Кире ҡайтырғамы әллә төндө тауҙа үткәрергәме тигән һорау торҙо. Әгәр ҙә мин кире төшһәм, башҡаса менә алмаясағымды аңланым.
Рөстәм ҡул менән барлығы 13 километр юл үтә, 15 сәғәт буйына Эльбрусты яулай. Блогер һалған видеонан күренеүенсә лә, уға бик ауыр була. Хатта Эльбрусҡа менгәс Рөстәм күҙ йәштәренә ирек бирә.
-Киләһе маҡсатым- Эверест. Быны мин батырлыҡ тип һанамайым. Үҙемә маҡсат ҡуям да алға барам. Мин хәҙер тормошҡа бөтөнләй башҡасараҡ ҡарайым. Кеше мөмкинлектәренең сиге юҡ,- ти Рөстәм хәбәрселәргә.
Рөстәм Нәбиев биш йыл элек Омскиҙа казарма емерелеү сәбәпле, ике аяҡһыҙ ҡала. Унда 20-н ашыу хеҙмәттәшенең ғүмере өҙөлә. Хәҙер ул үҙе һәм һәләк булған егеттәр өсөн йәшәүен һәр ерҙә билдәләй. Рөстәмдең яратҡан ҡатыны, ике ҡыҙы бар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: