Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, уҙған тәүлектә пневмония менән сирләгән 116 ауырыу дауаханаға һалынған, коронавирус 33 сырхауҙа раҫланған.
18 сентябргә ҡарата COVID-19 вирусын йоҡтороусылар һаны йәмғеһе 8 350 тәшкил итә. Әле дауаханаларҙа уға ҡаршы 29 яҡташыбыҙ көрәшә. Амбулатор дауаланыусылар – 464. Был сирҙән уҙған тәүлектә вафат булыусылар юҡ.
Кисәле-бөгөнлө коронавирустан 48 кеше һауыҡҡан, пневмониянан – 86.