+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 23:39

Сүп-сар мәсьәләләре хәл ителә

Дүртөйлө районында сүп-сар йыйыу өсөн контейнер майҙансығы ҡуйылған.

Дүртөйлө районында сүп-сар йыйыу өсөн контейнер майҙансығы ҡуйылған.
Дүртөйлө районы халҡы социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә. Атһөйәр ауылында өс аҙна буйы сүп-сар сығарылмаған. “Антисанитария хөкөм һөрә, бар ерҙә сүп-сар тултырылған ҡапсыҡтар тора, уларҙан насар еҫ аңҡый”, – тип яҙа улар.
Мөрәжәғәт “Инцидент-менеджмент” системаһында теркәлгән. Шунан һуң уны район хакимиәтенә тапшырғандар. Һөҙөмтәлә сүп-сар йыйыу өсөн контейнер майҙансығы эшләнгән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: