+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2020, 16:29

Мәләүездәр ҙә битараф түгел

Мәләүез районында ла урам яҡтылығын булдырыу өсөн “Инцидент- менеджмент” системаһына мөрәжәғәт итергә тура килгән. Был турала Октябрский урамында йәшәүселәр социаль селтәрҙәргә лә яҙып сыҡҡан.

Мәләүез районында ла урам яҡтылығын булдырыу өсөн “Инцидент- менеджмент” системаһына мөрәжәғәт итергә тура килгән. Был турала Октябрский урамында йәшәүселәр социаль селтәрҙәргә лә яҙып сыҡҡан.
Улар 4 аҙна урамда уттың булмауына зарланған һәм төнгө сәғәттәрҙә ихатала йөрөү хәүефле булыуын иҫкәрткән. Был мөрәжәғәтте “Инцидент- менеджмент” системаһы эшкә алған.
Мәләүез районы хакимиәте башлығы Фәнил Искужин билдәләүенсә, күп ҡатлы йорт ихатаһындағы урам яҡтылығы август урталарында уҡ хәл ителгән. Мәләүездәге ошондай проблемалар буйынса ҡаланың торлаҡ- коммуналь хужалығына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белешмә өсөн телефон һандары (34764) 3-71-17
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: