+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2020, 16:08

“Инцидент- менеджмент” системаһы эшләй

Кешеләрҙең әүҙемлеге һәм инициативалы булыуы байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирә.

Кешеләрҙең әүҙемлеге һәм инициативалы булыуы байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирә.
Белорет районы халҡы Үткәл йылғаһы аша күпер эшләтеүгә иреште. Оҙаҡ йылдар бер кем дә иғтибар йүнәлтмәгән иҫке объект күптән заман һынауҙарын үткән, хатта ул автомобилдәр йөрөүгә лә хәүефле булған.
Урындағы кешеләр был турала “Инцидент- менеджмент” системаһына хәбәр итергә мәжбүр була. Мөрәжәғәт ҡабул ителә һәм ул башҡарыуға урындағы власть структураларына бирелә.
Белорет районының информатика-аналитика бүлеге белгесе Елена Исламова әйтеүенсә, Үткәл йылғаһы аша күпер төҙөкләндерелгән һәм объект файҙаланыуға тапшырылған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: