+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2020, 20:20

31 кешелә – COVID-19, 91-ендә пневмония асыҡланған

17 сентябргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 8 З17-гә еткән.

17 сентябргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 8 З17-гә еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә вирус 31 ауырыуҙа асыҡланған, тип хәбәр итәләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 31 сырхау COVID-19-ҙан дауалана. Берәүһенең хәле ауыр. Табип тәғәйенләгән дауаны өйҙә алыусылар – 477.
Кисәле-бөгөнлө 28 кеше дауахананан сыҡҡан. Эпидемия башланғандан бирле был шәфҡәтһеҙ сирҙе еңеүселәр – 7 777. Унан вафат булыусылар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 32.
Һуңғы тәүлектә үпкәләре ялҡынһынған 91 ауырыу дауаханаға һалынған, 78 яҡташыбыҙ пневмониянан һауыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: