+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 20:55

Уға ни бары 34 йәш булған...

Өфөлә коронавирустан 34 йәшлек егет донъя ҡуйған.

Коронавирус 32-се яҡташыбыҙҙың ғүмерен алып китте: Өфөлә унан 34 йәшлек егет донъя ҡуйған. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, егеттең, коронавирустан тыш, хроник ауырыуҙары ла булған: ул һул коронар артерияһы тромбозынан, ДВС синдромынан, артыҡ ауырлыҡтан яфаланған.
16 сентябргә ҡарата Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 8 286. Тәүлек эсендә вирус 32 сырхауҙа раҫланған.
Стационарҙарҙа был шәфҡәтһеҙ сирҙән дауаланыусылар – 32, берәүһе ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа 473 ауырыу дауа ала. Кисәле-бөгөнлө 27 кеше дауахананан сыҡҡан. Эпидемия башынан алып һауығыусылар һаны – 7 749.
Аҙаҡҡы тәүлектә пневмония диагнозы ҡуйылған сирлеләр айырыуса күп – 112, 82 кеше, унан сәләмәтләнеп, дауахананан өйөнә ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: