+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 11:53

“Ауыл сәғәте”ндә эшкәртеү тармағы

Республика Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Ауыл сәғәте” онлайн кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар агросәнәғәт комплексының эшкәртеү тармағы йүнәлешен тикшерҙе.

Республика Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Ауыл сәғәте” онлайн кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар агросәнәғәт комплексының эшкәртеү тармағы йүнәлешен тикшерҙе.
Хөкүмәт премьер- министр урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов билдәләүенсә, кешеләрҙең ҙур өлөшө аҙыҡ-түлек һәм эсемлек етештерелгән өлкәлә эшләй. Республикала был тармаҡҡа 1,1 мең предприятие тура килә, унда 20 мең кеше хеҙмәт итә.
-Ағымдағы йылдың 6 айында ит ярымфабрикаттарын етештереү тармағы яҡшы күрһәткестәргә иреште. Унан һуң ит, үҫемлек майы сығарыу яҡшы бара. Туҡланыу һәм эшкәртеү сәнәғәтендә 32 миллиард һумлыҡ инвестпроект тормошҡа ашырыла. Улар өлкәгә 3 мең 500 эш урыны булдырҙы. Шул уҡ ваҡытта төбәктең потенциалы тағы ла ҙурыраҡ.
Һөт етештереүселәр федераль берлеге директоры Артем Белов әйтеүенсә, аҡ продукциялар өлкәһендә перспективалы йүнәлештәр булып бөгөн сыр, аҡ май етештереү һәм техник ингредиенттарҙан- лактоза һәм казеин тора. Республикала бының өсөн дә яҡшы база бар.
Шулай уҡ һөт продукциялары етештереү өлкәһендәге мөһим йүнәлештәрҙең береһе- ул “Росагролизинг” менән берлектә тиҙ ҡорола торған һөт фермалары төҙөү күҙ уңында тотола. Әле республикала шундай 10 ферма төҙөү хаҡында һөйләшеү бара.
-Агросәнәғәт комплексында эшкәртеү ҡеүәте аҙыраҡ. Һуйыу цехтары, һөт, икмәк бешереү буйынса бәләкәй заводтарҙы арттырыу мөһим. Ошондай предприятиеларҙы проектлау һәм финанслау сығанаҡтарын өйрәнеү зарур. Беҙҙең ҡуллланыусылар ҙур булмаған һәм уртаса хужалыҡтар икәнлеген дә оноторға ярамай,- тине республика башлығы Радий Хәбиров.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: