+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 12:49

Әсәлек капиталы арттырыла

Рәсәйҙә 2021 йылда әсәлек капиталын 3,7 процентҡа арттыралар. Беренсе балаға уның күләме - 483 882, ә икенсе балаға- 639 432 һумға тиклем. Әгәр ҙә ғаилә тәүге сабыйына әсәлек капиталы алған икән, икенсе балаға өҫтәмә 155 550 һум буласаҡ.

Был хаҡта илдең хеҙмәт министрлығы Рәсәй пенсия фондының киләһе йылдарға бюджетына һылтанма яһап хәбәр иткән.
Пенсия фонды идаралығы белдереүенсә, әсәлек капиталын күп ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотона.
Яҡынса күҙаллауҙар буйынса киләһе йылда әсәлек капиталы 1 миллион 200 мең ғаиләгә түләнәсәк.
Билдәле булыуынса, Президент Владимир Путин әсәлек капиталының программаһын киңәйтте. Хәҙер уны 2026 йылдарға тиклем алырға була.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: