+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 18:16

Киҙеү урап үтһен өсөн

Башҡортостанда 287 мең кешегә гриптан прививка яһалған.

Башҡортостанда 287 мең кешегә гриптан прививка яһалған. Республикала барлығы 2 миллион тирәһе кешене вакцинациялау күҙаллана. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
1 сентябрҙә Башҡортостан гриптан вакцинаның 516 мең дозанан торған тәүге партияһын алған. Уның 56 проценты файҙаланылған да инде. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы прививкаларҙың икенсе партияһына заявка биргән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: