0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 20:56

ФАП-тар асыла

Ошо көндәрҙә Бүздәк районының Арыҫлан ауылында, Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында, Илеш районының Ибраһим ауылында яңы фельдшер-акушер пункттары асылды.#миллипроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроект #здравоохранение

Ошо көндәрҙә Бүздәк районының Арыҫлан ауылында, Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында, Илеш районының Ибраһим ауылында яңы фельдшер-акушер пункттары асылды.
#миллипроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроект #здравоохранение
Бүздәк районының Арыҫлан ауылында 400 самаһы кеше йәшәй. Уларҙың өстән бер өлөшө – пенсия йәшендә. 40 кеше инвалидлыҡҡа эйә. Инде медицина ярҙамы даими кәрәк булып торғандарға алыҫҡа йөрөргә тура килмәҫ. Яҡты, йылы, уңайлы модулле ФАП барлыҡ санитар нормаларға һәм заман талаптарына яуап бирә.
Илеш районы Ибраһим ауылындағы ФАП-та – 120-нән ашыу, Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында иһә 300 кеше беренсел медицина ярҙамы аласаҡ.
Фельдшер-акушер пункттарына кәрәкле йыһаздар, ҡорамалдар алынған. Улар пациенттарға беренсел медик-санитар һәм паллиатив медицина ярҙамы ғына түгел, график буйынса үҙәк район дауаханаһынан табиптарҙың мобиль бригадаһы килгәндә лә сифатлы ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Медицина хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Фельдшер-акушер пункттары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: