-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 17:22

Өфөлә – мөһим форум

Бөгөн Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы башланды.

Бөгөн Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы башланды. ВДНХ Экспо майҙансығында дүрт көн дауамында эшлекле программа сиктәрендә тармаҡтың 20 сараһы уҙасаҡ. Уларҙа Рәсәйҙең 14 ҡалаһынан 180 спикер ҡатнашасаҡ. Форум сиктәрендә шулай уҡ “Газ. Нефть. Технологиялар” махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтә. Быйылғы күргәҙмәлә илдең 31 төбәгенән 180-дән ашыу компания ҡатнаша.
Көндөң төп ваҡиғаһы – “Хәҙерге шарттарҙа газ химияһы комплексын үҫтереү: кризисмы йәки яңы мөмкинлектәрме?” стратегик сессияһы. Һүҙ Рәсәй газ тармағының үҫеш перспективалары тураһында бара.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: