+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 18:54

Дауаханаға – заманса лифт

21-се Өфө ҡала клиник дауаханаһына дүрт махсус лифт алынған. Уларҙың икеһе – стационарға, икеһе 1-се поликлиникаға ҡуйыласаҡ. #миллипроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроект #здравоохранение

21-се Өфө ҡала клиник дауаханаһына дүрт махсус лифт алынған. Уларҙың икеһе – стационарға, икеһе 1-се поликлиникаға ҡуйыласаҡ.
#миллипроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроект #здравоохранение
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, күп ҡатлы медицина учреждениеһында иҫке лифттарҙы яңыларына октябрҙә үк алмаштырасаҡтар.
Заманса ҡоролмалар пациенттарҙы йөрөтөү өсөн ҡулайлаштырылған. Дауахана лифттары тауышһыҙ, талғын ҡуҙғала, оҙаҡҡа етә.
Яңы лифттар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алынған.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: