+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 17:27

Ат яратыусылар клубына рәхим ит!

Президент гранты фондының ярҙамы менән ауыр тормош шарттарында йәшәгән 30 үҫмер яңы проектта ҡатнашыу хоҡуғы аласаҡ. Йәштәргә атта һыбай йөрөргә өйрәнеү, психолог күнекмәләрен үтеү, финанс белемде арттырыу һәм күп төрлө һөнәрҙәр араһында күңелгә оҡшағанын табыу өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла.

Был проектты Өфө районында урынлашҡан “Грация” ат клубы тормошҡа ашыра. Атта һыбай йөрөргә өйрәнеү ул үҙеңден спорт потенциалыңды үҫтереү, сәләмәтлекте нығытыу, ти белгестәр. Бынан тыш аттар бик позитив хайуандар. Улар үҫмерҙәр менән тиҙ “уртаҡ тел” табасаҡ.
Был проектҡа ҡушылыу өсөн Өфө районының “Ғаилә” хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белешмә өсөн телефон номеры 287-08-14.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: