+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 21:29

Ҡалалар төҙөкләндерелә

Бөрө, Бәләбәй, Ишембай ҡалаларында Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы мөхит булдырыуҙың иң яҡшы проекттары конкурсында еңеү яулап алған гранттар сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға бара.

Бөрө, Бәләбәй, Ишембай ҡалаларында Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы мөхит булдырыуҙың иң яҡшы проекттары конкурсында еңеү яулап алған гранттар сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға бара.
Был хаҡта БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
Был программаның үҙенсәлеге булып комплекслы эштәр тора. Мәҫәлән, Бөрөлә биләмәне төҙөкләндереү менән бергә һыу һәм йылы менән тәьмин итеү селтәрҙәренә капиталь ремонт, юлдарҙы йүнәтеү һәм биналарҙың алғы яғын яңыртыу эштәре лә алып барыла. Ошондай уҡ эштәр Бәләбәй һм Ишембайҙа ла бара. Николай Ельников билдәләүенсә, проекттар әҙерләгәндә Башҡортостандың ҡалалар үҫеше институты, йәмәғәт тыңлауҙарына таянып, урындағы халыҡ фекерен иҫәпкә алған.
Муниципаль райондар башлыҡтары әйтеүенсә, Бөрөлә эштәр – 75, Ишембай һәм Бәләбәйҙә 90 процентҡа башҡарылған. Яңы майҙансыҡтар асылыуы мөһим мәҙәни саралар үткәреү менән тап килә. Бәләбәйҙә – ХХХ Халыҡ-ара “Аксаков уҡыуҙары”, Ишембайҙа – Креатив индустриялар фестивале, Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған “Балтанан бутҡа” фестивале үтәсәк.
– Эштәрҙе ваҡытында тапшырырға кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ һеҙҙең өсөн кәрәк булғандың барыһын да эшләнек, бының менән иртәнән алып кискәсә шөғөлләнегеҙ. Мин асылыу тантанаһына килергә йыйынам.
Башҡортостан Башлығы Андрей Назаровҡа Ағиҙелдә, Яңауылда, Мәләүездә, Дүртөйлөлә, шулай уҡ Краснокама районы Николо-Березовка ауылында йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проекттарын тормошҡа ашырыуҙы контролдә тоторға ҡушты. Улар 2020 йылда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса конкурсының беренсе этабында еңеү яулаған.
– Беҙгә Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашыуҙы дауам итергә, еңеүҙәр хаҡында уйларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: