-Ағиҙел буйын төҙөкләндереү ғәйәт ҙур эш һәм ныҡышмаллыҡ талап итте. Унда ял итеүселәр, сәләмәтлектәрен нығытыусылар күбәйә, хәҙер кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеү бурысы тора. Яр буйында мәҙәниәт министрлығы, социаль блокка хөкүмәт өсөн дә эш табыласаҡ. Эшсе төркөмдө үҙем етәкләйәсәкмен. Беҙ барыһын да бюджет иҫәбенә эшләй алмайбыҙ. Ләкин төҙөкләндерелгән Ағиҙел буйына йән өрөргә кәрәк. Шуға күрә мин идеялары, тәҡдимдәре булған эшҡыуарҙарға асыҡтан- асыҡ өндәшәм. Яр буйында нимәләр ойошторорға мөмкин, бар һорауҙар һәм тәҡдимдәр менән миңә һәм республика башлығы хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.