+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 19:14

41 мәктәптә коронавирус табылған

Республиканың 41 мәктәбендә барлығы 67 уҡытыусыла һәм уҡыусыла коронавирус асыҡланған.

Республиканың 41 мәктәбендә барлығы 67 уҡытыусыла һәм уҡыусыла коронавирус асыҡланған. 853 бала дистанцион белем алыуға күсерелгән. Шулай уҡ әле дүрт балалар баҡсаһы карантинда. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә шул турала хәбәр итте.
15 сентябргә ҡарата Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусылар йәмғеһе 8 254-кә еткән. Һуңғы тәүлектә вирус 31 ауырыуҙа раҫланған. Дөйөм алғанда, 7 722 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 56-һы – аҙаҡҡы тәүлектә.
Республика Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына коронавирустан вакцинаға заявка ебәргән. Ул беренсе сиратта табиптарға һәм уҡытыусыларға яһаласаҡ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: