+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 15:07

17 бала шәфҡәтлеләр ярҙамын көтә

“Өфө хосписы” төрлө ауыр сирҙәрҙән (церебраль фалиждан алып нәҫел ауырыуҙарына тиклем) интегеүсе 17 бала өсөн хәйриә ярҙамы йыя башлау хаҡында иғлан итә.

“Өфө хосписы” төрлө ауыр сирҙәрҙән (церебраль фалиждан алып нәҫел ауырыуҙарына тиклем) интегеүсе 17 бала өсөн хәйриә ярҙамы йыя башлау хаҡында иғлан итә.
“Бөгөн беҙҙең бурысыбыҙға, стационар төҙөүҙән башҡа, паллиатив (дауаланмаҫлыҡ) ауырыуҙар булған ғаиләләргә ярҙам итеү ҙә инә. Көнкүрештә улар сәләмәт кеше күҙ алдына ла килтерә алмаған ауырлыҡтарға осрай, – тип һөйләй ойошма хеҙмәткәре Светлана Ниғмәтуллина. – Мәҫәлән, ауырыуҙарҙы һыу индереүҙе генә алайыҡ. Кәүҙәһен тота алмаған баланы йәки өлкән кешене нисек йыуындырырға? Беҙ ҡурсалаған ғаиләләр араһында өс инвалид баланы бер үҙе тәрбиәләүсе әсә бар. Үҙҙәрен ҡараусынан күпкә ауырыраҡ сирлеләр ҙа байтаҡ”.
Махсус креслолар – шезлонгтар уларҙы йыуындырыуҙы еңеләйтер ине. Шезлонгтарҙы ваннала, душ кабинаһында, мунсала анһат ҡына урынлаштырырға мөмкин. Улар һәр ауырыуҙың хәлен иҫәпкә алып һайлана.
Әлеге мәлдә 17 бала өсөн 582 472 һум йыйырға кәрәк. Благовещенск ҡалаһынан Оксана Дәүләтова яңғыҙы өс инвалид баланы тәрбиәләй. Шуларҙың икәүһе – 4 йәшлек Марк менән 14 йәшлек Кирилл – Өфө хосписы ярҙамын тойоп йәшәүсе балалар. Малайҙарҙы йыуындырыу ауыр эш булмаһын өсөн, 82 215 мең һум йыйыу талап ителә.
Маркка, Кириллға, тағы ла ун биш бала булышлыҡ итергә теләүселәр хоспис сайтында ҡулынан килгән тиклем хәйриә ярҙамын индерә ала:
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Өфө эргәһендә 60 урынға иҫәпләнгән хоспис төҙөлә. Илдәге иң ҙур хоспис буласаҡ ул. Бында медиктарҙың алты күсмә бригадаһы эшләйәсәк, улар дауалай алмаҫлыҡ сиргә дусар йөҙләгән балаға һәм өлкән кешегә ярҙам итәсәк. Объектты 2021 йылдың көҙөндә тапшырыу күҙҙә тотола.
Медицина һәм административ хеҙмәткәрҙәрҙе, волонтерҙар штабын әҙерләү өсөн “Өфө хосписы” автоном коммерция булмаған медицина ойошмаһы төҙөлгән.
Һүрәттә: Оксана Дәүләтова балалары менән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: