+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 23:26

Яңы машиналар алынған

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров “Спецавтохозяйство” муниципаль унитар предприятиеһы төбәк операторына 6 заманса сүп-сар ташыу машинаһы асҡысын тапшырҙы. #миллипроект #национальныйпроект #нацпроектыБашкортостан

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров “Спецавтохозяйство” муниципаль унитар предприятиеһы төбәк операторына 6 заманса сүп-сар ташыу машинаһы асҡысын тапшырҙы.
#миллипроект #национальныйпроект #нацпроектыБашкортостан
– Ҡаланың коммуналь техникаһын яңыртыу – ҡала халҡының йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн эшләнгән комплекслы эштәрҙең береһе ул. Эш күп, мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итербеҙ, – тине Өлфәт Мостафин.
Яңы машиналарҙың асҡысын тапшырып, Урал Искәндәров яңы техниканың төбәк операторына күрһәткән хеҙмәттәренең сифатын яҡшыртырға, шулай уҡ “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа яҡшы күрһәткестәргә эйә булырға ярҙам итер, тип билдәләне.
Алты яңы машина «МОСКОММАШ» предприятиеһында етештерелгән. Төбәк операторының матбуғат сәркәтибе һүҙҙәренсә, тиҙҙән махсус автомашиналар маршрут графигы буйынса линияға сығасаҡ. Шулай уҡ евроконтейнерҙарҙы санитар эшкәртеү өсөн өс автомобиль алыу планлаштырылған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: