+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 15:59

Киҙеүҙән һаҡлан!

Табиптар хәтеребеҙгә төшөрә: гриптан прививка эшләтеү уның менән сирләү кимәлен яҡынса бер ярым тапҡырға, стационарҙа дауаланыу мохтажлығын ике мәртәбәгә кәметә. Вакцина яһау, сир эләккән хәлдә лә, ауыр өҙлөгөүҙәрҙән һаҡлай.

Прививка беренсе сиратта түбәндәгеләргә бушлай яһала: балаларға – алты айҙан башлап, мәктәп уҡыусыларына, юғары һәм махсус урта уҡыу йорттары студенттарына, медицина һәм мәғариф ойошмалары, транспорт, коммуналь өлкә хеҙмәткәрҙәренә, йөклө ҡатындарға, 60 йәштән өлкәндәргә, хеҙмәткә саҡырылыусыларға, хроник ауырыуҙар, шул иҫәптән үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, матдәләр алмашыныуы боҙолоуҙан, һимереүҙән интегеүселәргә.
Табиптар прививканы йыл һайын һәм ноябрь башынан да ҡалмай яһатырға кәңәш итә. Инъекцияны индергәндән һуң иммунитет ике аҙнанан барлыҡҡа килә башлай, бер айҙан организмды һаҡлау ҡеүәтенә эйә була. Гриптан бушлай прививка яһатыу өсөн йәшәгән урын буйынса поликлиникаларға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: