+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 12:14

Көндәр йылына әле

Быйыл “әбейҙәр сыуағы” сентябрҙың икенсе яртыһына тура киләсәк, ти белгестәр.

Быйыл “әбейҙәр сыуағы” сентябрҙың икенсе яртыһына тура киләсәк, ти белгестәр.
Әле лә йылы көндәр һаҡланыуға ҡарамаҫтан, 18 сентябрҙан 22-һенә тиклем республикала тағы ла ҡоро һәм йылы һауа торошо өҫтөнлөк итәсәк. Көндәр 18-20 градусҡаса йылынасаҡ.
Әммә “әбейҙәр сыуағы” менән оҙаҡ кинәнергә тура килмәйәсәк. 24 сентябрҙан һауа торошо үҙгәрә. Башҡортостандың үҙәк райондарында ямғырҙар башлана, ел көсәйәсәк. Көндәр ҙә һыуыта башлай.
Октябрҙа ла артыҡ йылы көндәргә иҫәп тотоп булмай. Белгестәрҙең күп йыллыҡ күҙәтеүҙәре буйынса, “әбейҙәр сыуағы” илдең Европа өлөшөндә 14 сентябрҙан башланһа, Алыҫ Көнсығышта октябрь башында, ә Европа һәм төньяҡ Америка илдәрендә сентябрь һуңы, октябрҙең тәүге ярты йыллығында теркәлә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: