Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 14 сентябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар йәмғеһе 8 223 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә сирҙе тағы 30 сырхау эләктергән.
Был аяуһыҙ вирустан стационарҙарҙа дауаланыусылар – 32. Шуларҙың икәүһенең хәле ауыр. Сирҙе еңел кисереп, амбулатор дауа алыусылар – 494. Кисәле-бөгөнлө 52 кеше дауахананан сыҡҡан. Коронавирустан һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 7 666.
Республикала эпидемия башынан алып COVID-19-ҙан 31 кеше вафат булды. Һуңғы тәүлектә үлем осраҡтары теркәлмәгән.
Аҙаҡҡы тәүлектә 86 ауырыуға “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған, унан 58 яҡташыбыҙ сәләмәтләнгән.