+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2020, 16:35

Ир-егеттәрҙе лә үтеп китте

15 йәшлек Шишмә районы ҡыҙы Айгөл Моратова “Терра Башҡортостан” ат турнирының икенсе миҙгелендә беренсе урын яуланы. Ул ярым финалда Бүләк ҡушаматлы, ә финалда Алым исемле аты менән еңеүселәр рәтенә сыҡты.

Был ҡыҙҙың турнирҙа тәүгә ҡатнашыуы түгел, былтыр ул финалға барып етә алмаған. Быйыл иһә һайлап алыу турында уҡ беренсе урынға сыҡҡан Айгөл “Терра Башҡортостан” өсөн бер асыш булды. Үҫмер ҡыҙ ярыштың был төрө менән өс йыл самаһы ныҡлап шөғөлләнә. Күнекмәләр ваҡытында ул атта көнөнә ун километр юл үтә.
14 марттан алып барған ярыштарҙың 12 этабында Ишембай, Нуриман, Иглин, Стәрлетамаҡ, Дыуан, Ғафури, Әбйәлил һәм башҡа райондарҙан килгән жокейҙар еңеү яуланы.
Республика башлығы Радий Хәбиров та турнирҙың финалында булды. Шишмә районының яуаплылығы сикләнгән “Агроснаб” йәмғиәте вәкилдәре менән һөйләшеп үтте. Күптән түгел предприятиела һыбайлылар өсөн амунициялар етештерелә башлаған. Башҡортостан башлығы уларҙы “Ауыл сәғәте” нә саҡырҙы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: