Өфөлә “Евразия йөрәге” бишенсе халыҡ-ара сәнғәт фестивале тамамланды. Уның икенсе көнө бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
Республика мәҙәниәт министрлығы биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, концертты 25 мең кеше килеп ҡараған. Ул Конгресс холл майҙаны янында “Ватан” паркындағы амфитеатрҙа үтте.
Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын башҡорт эстрада һәм опера йондоҙҙары сәләмләне. Улар хәрби йылдар йырҙарын башҡарҙы. “Үлемһеҙ полк” проектын билдәле опера йырсыһы Любовь Казарновская, Александр Коган, музыкант Петр Дранга һәм “Viva” вокал төркөмө тәҡдим итте.
Концертты Олег Газманов һәм “Эскадрон” төркөмөнөң концерты тамамланы.
Хәбәр итеүебеҙсә, был саралар 11 сентябрь милли костюмдар менән көнө менән башланып китте.
Уның тәүге көнө этник йүнәлештә булды. Был көндө “Минең милли костюмым” тигән флешмобҡа йомғаҡ яһалды, майҙандарҙа байрам саралары үтте, милли музейҙа милли костюмдар темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Фото Башинформдан алынды.