+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Сентябрь 2020, 14:31

Пелагея бер сәғәтлек концерт бирҙе

Өфөлә милли костюмдар көнө һәм “Евразия йөрәге” фестиваленең беренсе көнө тамамланды. Ямғырҙар яуыуға ҡарамаҫтан, амфитеатрҙа үткән сығыштарҙың тәүге көнөн билдәле Рәсәй йырсы Пелагеяның концерты тамамланы.

Өфөлә милли костюмдар көнө һәм “Евразия йөрәге” фестиваленең беренсе көнө тамамланды. Ямғырҙар яуыуға ҡарамаҫтан, амфитеатрҙа үткән сығыштарҙың тәүге көнөн билдәле Рәсәй йырсы Пелагеяның концерты тамамланы.
Йырсының республика хәбәрселәренә әңгәмәһендә, ул фестиваль хаҡында хәбәрҙар.
-”Тауыш” вокал конкурсының режиссеры миңә Өфөлә амфитеатрҙың булыуын әйткәйне. Мин саҡырыуҙы бик ихлас ҡабул иттем. Асыҡ һауала, күмәк кеше ҡатнашлығындағы байрамдарҙы бик яратам. Өфөлә лә күп тапҡырҙар булғаныбыҙ бар. Бында беҙҙе һәр ваҡыт йылы ҡабул итәләр.
Йырсы Өфө тамашасыларына бер сәғәтлек концерт программаһы бүләк итте һәм популяр рус халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Был концертта шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина ла бар.
Был көндө милли костюмдар байрамы ла үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, эшлекле һәм көндәлек кейемгә милли колорит индереү ул эш булмағанлыҡтан түгел, ә кешеләрҙең тарих менән бәйләнешен күрһәтеү.
-Милли кейем- ул тарих менән бәйләнеш. Уның һәр бер деталендә беҙгә тиклем йәшәгән кешләрҙең һыҙаты сағыла. Был иһә барлыҡ Башҡортостан халҡының берләшеүе. Сөнки милли стилдә эшләнгән эш, сәхнә һәм көндәлек кейемдәрҙе бөгөн төрлө милләт кешеләре лә тектереп кейә. Был иһә берҙәмлеккә, асылыңа ҡайтыу. XXI быуатта ул бик мөһим күренеш.
Бөгөн дә Өфөнөң Конгресс холл янындағы майҙанда, "Ватан" паркында байрам саралары дауам итә. Ә кис көнө фестивалде ябыу тантанаһы буласаҡ. Унда Рәсәй йондоҙо Олег Газмановтың сығышы көтөлә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: