+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Сентябрь 2020, 15:00

Эш кейеменә милли колорит

Башҡортостанда эшлекле башҡорт кейемен булдырыу тәҡдиме әҙерләнә. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина менән осрашыуҙа белдерҙе. Йырсы “Евразия йөрәге” фестивалендә ҡатнаша.

Башҡортостанда эшлекле башҡорт кейемен булдырыу тәҡдиме әҙерләнә. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина менән осрашыуҙа белдерҙе. Йырсы “Евразия йөрәге” фестивалендә ҡатнаша.
Башҡортостан етәксеһенең билдәүенсә, республикала үткәрелгән милли костюмдар көнө - ул традицион кейемдә милли алымдарға иғтибар итеү, уны тергеҙеү.
-Әле милли кейемдәрҙәге ҡайһы бер алымдар яйлап ҡына эшлекле ир- егеттең, ҡатын- ҡыҙҙың эш костюмына инеп ултыра. Уның һыҙаттары был кейемдең төрлө урындарын биҙәй. Беҙ хәҙер милли колоритты эш кейеменә индереү буйынса тәҡдим әҙерләйбеҙ. Уны костюмдың ҡайһы өлөшөндә ҡулланыу һәм ҡайҙа кейеү хаҡында белешмәләр буласаҡ.
Әйткәндәй, республика башлығы төбәктә тәүгеләрҙән булып милли колориты булған эшлекле кейем тектереп кейҙе. Уның эш костюмы боронғо башҡорт ир- егеттәренең хәрби камзулына оҡшаған. Радий Хәбировтан тыш был кейем хәҙер бөтә дәүләт етәкселәрендә лә барлыҡҡа килә башланы. Ә гүзәл заттар иһә күптән үҙҙәренең кейемдәрендә боронғо ҡатын- ҡыҙҙарҙың һаҡал, хәситә, арҡыры яға, сулпы кеүек биҙәнеү әйберҙәренә өҫтөнлөк бирә.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: