“РОСДОРНИИ” (Рәсәй юл фәнни-тикшереү институты) федераль автоном учреждениеһының Ырымбур филиалы белгестәре Благовещен – Павловка юлында ремонттың сифатын тикшерҙе. Был юл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә йүнәтелгәйне.
#миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан
Ремонт заманса технологиялар ҡулланып башҡарылған. Был технология юлдың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайта.
Бөгөн подряд ойошмалары юл һыҙаттарын билдәләй башлаған. Уның өсөн термопластик ҡулланыла.
Сифат аудиты эштең һәр осоронда ла үткәрелә. Документтарҙың дөрөҫ тултырылыуы ла, эш барышында хәүефһеҙлек талаптарының үтәлеше лә, материалдарҙың сифаты ла, технологияның үтәлешен һаҡлау ҙа, төҙөлөштө күҙәтеүҙе ойоштороу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Эксперттар анализ өсөн өлгө алған. “РОСДОРНИИ” федераль автоном учреждениеһының Ырымбур филиалы директоры урынбаҫары – сифат һәм яңы технологиялар индереү бүлеге начальнигы Иван Галкин белдереүенсә, өлгөләрҙән асфальт-бетон япмаһының өҫкө ҡатламы ҡалынлығы буйынса проект күрһәткестәренә тап килеүе күренә. Белгестәр документация буйынса ла иҫкәрмә яһамаған.
Башҡортостан Ренспубликаһында әле “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ҡаралған саралар буйынса эштәр тамамланып килә. Быйыл проект өсөн 7 миллиард һум самаһы аҡса бүленгән, уның 2 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. Эштәр 111 төп объектта бара.
“Эштәр иң ҡатмарлы һәм ауыр юл участкаларында бара. Был юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса граждандар ялыу яҙған, автомобилселәр мөрәжәғәт иткән йә БР ЮХХДИ һәм башҡа контроль органдары кәңәш иткән”, – ти БР юл хужалығы идаралығының федераль программалар буйынса етәксеһе урынбаҫары Азамат Тайыпов.