-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 11:24

Милли костюмдар көнө һәм “Евразия йөрәге” фестивале

11 сентябрь милли костюмдар көнө уңайынан республиканың милли музейында түңәрәк өҫтәл үтә. Унда башҡорттарҙың милли биҙәүестәре, уны заманлаштырыу һәм һаҡлап ҡалыу тураһында һүҙ буласаҡ.

11 сентябрь милли костюмдар көнө уңайынан республиканың милли музейында түңәрәк өҫтәл үтә. Унда башҡорттарҙың милли биҙәүестәре, уны заманлаштырыу һәм һаҡлап ҡалыу тураһында һүҙ буласаҡ.
Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдә Бөтә донья башҡорттары иғлан иткән “Минең милли биҙәүесем” тигән флешмобҡа йомғаҡ яһала. Сара сәғәт унда башлана.
Бөгөн шулай уҡ Өфөлә “Евразия йөрәге” халыҡ-ара фестиваль старт ала. Уның тантаналы өлөшө, концерт программаһы Конгресс холл майҙанындағы Ватан паркында үтәсәк. Бөгөн милли костюмдар көнөндә бөтә саралар ҙа этник йүнәлештә буласаҡ. Был көндө лә төрлө фольклор коллективтарының, Рәсәй йондоҙҙарының сығышы көтөлә. 12 сентябрь фестивалде ябыу тантанаһында амфитеатрҙа йондоҙҙар ҡатнашлығындағы матур тамашалар ойошторола.
Шуға бәйле баш ҡаланың төп урамдарындағы хәрәкәт сикләнәсәк. Был иһә Зәки Вәлиди, Ғафури, Аксаков, Пушкин урамдарында йөрөгән транспорттың маршруты үҙгәртелә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: