+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 22:41

Федераль грант отҡандар

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә белем биреү ойошмалары өсөн федераль бюджеттан грант алыуға үткән конкурста ил буйынса барыһы 149 белем биреү ойошмаһы еңеү яулаған. Улар араһында Башҡортостандан алты балалар баҡсаһы һәм Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге бар. #миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә белем биреү ойошмалары өсөн федераль бюджеттан грант алыуға үткән конкурста ил буйынса барыһы 149 белем биреү ойошмаһы еңеү яулаған. Улар араһында Башҡортостандан алты балалар баҡсаһы һәм Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге бар.
#миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан
Грант өсөн алынған аҡса республикала балаларҙы уҡытыуҙың һәм тәрбиәләүҙең сифатын арттырыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтеләсәк. Һүҙ ата-әсәләргә һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алырға теләгән ғаиләләргә психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы күрһәтеү тураһында бара.
– Һәр ата-әсәнең белгестәрҙән балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу мәсьәләләре буйынса үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап алырға мөмкинлеге бар. Улар консультация үҙәгенә килә йәки дистанцион рәүештә консультация ала. Бынан тыш, белгестәр алыҫ ауылдарҙа йәшәгәндәр янына ла сыға, – тип белдерә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Гранттың суммаһы 15 сентябрҙә билдәле була.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: