+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 16:37

15 сентябрҙән йәштәр клубтары, секциялар эшләй башлай

Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуға бәйле индерелгән юғары әҙерлек режимына яңы үҙгәрештәр өҫтәне.

Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуға бәйле индерелгән юғары әҙерлек режимына яңы үҙгәрештәр өҫтәне.
Документта 15 сентябрҙән йәштәр клубтары, түңәрәктәр, секциялар эшләй башлауы хаҡында хәбәр ителә.
Указдың яңы редакцияһына ярашлы, һөнәри спорт командалары араһында Рәсәй футбол Премьер-лигаһы, Континенталь хоккей лигаһы матчтарын һәм башҡа ярыштарҙы үткәреү рөхсәт ителә. Әммә санитария-эпидемиология талаптарын ҡәтғи күҙәтеү шарт, ә тамашасы трибуналары яртылаш ҡына тулы булырға тейеш.
Шулай уҡ 18 йәштән өлкән спортсылар өсөн дә Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығының төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарының Берҙәм календарына ингән рәсми спорт саралары уҙғарыла башлай.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: