+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 11:47

Ҡырмыҫҡалыла балалар баҡсаһы төҙөлөшө ни хәлдә?

БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов эш сәфәрендә Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылында балалар баҡсаһы төҙөлөшө барышын баһаланы. #национальныйпроект #миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан

БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов эш сәфәрендә Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылында балалар баҡсаһы төҙөлөшө барышын баһаланы.
#национальныйпроект #миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан
Хәлдәр үткән аҙнала килгәндәгенән бер ни тиклем яҡшырған. Эшселәрҙең һаны 28-гә еткән, улар барыһы ла – республикабыҙҙан. Өс техника берәмеге индерелгән. Материалдар килтерелгән. Эш графигы ла үҙгәртелгән. Беренсе ҡатты тамамлау менән эшкә биҙәүселәр һәм электриктар тотонасаҡ.
– Балаларыбыҙҙың үҙ тыуған районында, ауылында урынлашҡан балалар баҡсаһына йөрөүе бик мөһим. Бындай объекттарҙың төҙөлөп бөтөүен ата-әсәләр һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Шуға ла уны ваҡытында тапшырырға кәрәк. Ҡорамалдар һатып алыуҙы тиҙләтергә кәрәк. Көндәр һалҡынайғансы блоклы ҡаҙанлыҡ ҡоролорға тейеш. Бындай мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итер өсөн беҙ ватсапта чаттар астыҡ. Унда Хөкүмәттән, заказсынан, подрядсынан, төбәк проект офисынан вәкилдәр ҡатнаша. Был он-лайн режимда, тәүлек әйләнәһенә эш менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә, – ти Илшат Тажетдинов.
Башҡортостанда “Демография” милли проекты буйынса 3228 урынға 22 балалар баҡсаһы төҙөлгән. 2020 йылға маҡсат – 3890 урынға 24 учреждение төҙөү.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: