-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 00:04

Сүп-сар өсөн хаҡ артмай әле

Башҡортостанда сентябрҙә сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ артмай, квитанцияларҙа элекке хаҡтар күрһәтеләсәк, тип аңлата БР коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев. Республика етәкселәре, был мәсьәләне ҡайтанан ҡарарға кәрәк, тип һанай.

Башҡортостанда сентябрҙә сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ артмай, квитанцияларҙа элекке хаҡтар күрһәтеләсәк, тип аңлата БР коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев. Республика етәкселәре, был мәсьәләне ҡайтанан ҡарарға кәрәк, тип һанай.
Әммә төбәк операторҙарының береһе – “Экосити” ЯСЙ – етәкселектең ҡарарын көтөп тормаған, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн хаҡты арттырған. “Дөрөҫ булмаған” квитанциялар компанияға кире ҡайтарылған.
7 сентябрҙә Хөкүмәттә үткән кәүәшмәлә төбәк операторҙары эшмәкәрлегенең биш зонаһы буйынса ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү хеҙмәте өсөн яңы хаҡтар әйтелде. Быға тиклем бөтә республика биләмәһендә берҙәм хаҡ билдәләнгән ине. 2019 йылдың ғинуарына тиклем сүп-сар сығарылған ауыл-ҡалаларҙа хаҡ бер кешенән 70 һум тәшкил итһә, был көндән һуң сығарылған ерҙәрҙә ул бер кеше өсөн 35 һумға төштө.
Яңы билдәләнгән тарифтарға ярашлы, 1 сентябрҙән «Спецавтохозяйство» муниципаль унитар предприятиеһы эшмәкәрлеге зонаһына ингән Өфө һәм уның эргәһендәге райондарҙа хаҡ күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн – 75, шәхси йорттағылар өсөн 76 һумға етә. Башҡортостандың төньяҡ райондарында («Дюртюлимелиоводстрой» төбәк операторы) түләү күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн – 96, шәхси йорттарҙа йәшәгәндәр өсөн 77 һум тәшкил итә. “Экосити” төбәк операторы эшләгән көньяҡ райондарҙа күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр – 94, шәхси йорттарҙа йәшәгәндәр 96 һум түләй. Көнбайыш зонала йәшәгәндәргә («Экология Т” төбәк операторы) хаҡ күп фатирлы йорттағылар өсөн – 95, шәхси йорттарҙа йәшәгәндәр өсөн 96 һумға етә.
“Билдәләнгән суммалар иң ҙуры булып тора, әлегә республика халҡына был суммалар күрһәтелгән квитанциялар килмәй. Тарифтар буйынса комитет раҫлаған иң ҙур суммаға тиклем хаҡты арттырыуға иртәрәк, тине Радий Хәбиров. Уның фекеренсә, республика биләмәһендә сүп-сар реформаһы хәленә иғтибарҙы арттырырға кәрәк”, – тип билдәләне Борис Беляев.
Коммуналь хужалыҡ министры әйтеүенсә, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хәлде анализларға һәм тәҡдимдәр индерергә ҡушылған. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү хеҙмәте өсөн хаҡ буйынса һуңғы ҡарар Хөкүмәттә 14 сентябрҙә үтәсәк кәңәшмәлә әйтеләсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: