+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 21:20

Эшлекле башҡорт телендә һөйләш

“Эшлекле башҡорт теле” тигән уҡыу әсбабы һәм эш ҡағыҙы өлгөләре сыҡты.Был проект Республика башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Туған телдә эшлекле ҡағыҙҙар тултырыу, уларҙың дөрөҫ яҙылышын белеү өсөн өҫтәл китабына әйләнәсәк ике баҫма бөтә өлкә белгестәре өсөн дә тәғәйенләнгән. Уның береһе элек булғанды ҡайтанан эшкәртеү һәм яңы һүҙҙәр өҫтәлеп нәшер ителгән.

“Эшлекле башҡорт теле” тигән уҡыу әсбабы һәм эш ҡағыҙы өлгөләре сыҡты.Был проект Республика башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Туған телдә эшлекле ҡағыҙҙар тултырыу, уларҙың дөрөҫ яҙылышын белеү өсөн өҫтәл китабына әйләнәсәк ике баҫма бөтә өлкә белгестәре өсөн дә тәғәйенләнгән. Уның береһе элек булғанды ҡайтанан эшкәртеү һәм яңы һүҙҙәр өҫтәлеп нәшер ителгән.
Проектты башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тәҡдим иткән. Ә бына ғалимдарҙан торған команда филология фәне өлкәһендә ошо юҫыҡтағы эштәре булған кешеләрҙән төҙөлгән.
Бөгөн “Башинформ” агентлығында башҡорт телендәге эшлекле китап авторҙары һәм рецензенттары менән матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Улар республика башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының етәксеһе Гөлназ Йосопова, “Фән” йүнәлеше белгесе Рита Аҡбулатова, филология фәндәре докторҙары Фирҙәүес Хисаметдинова, Гөлфира Абдуллина, эшлекле һүҙлек төҙөүсе Нурия Әсәҙуллиналар хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Сарала шулай уҡ республика башлығы эргәһендәге ижтимағи- сәйәси үҫеш идаралығының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге кәңәшсеһе Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова ҡатнашты.
-Был китаптар башҡорт телендә документтар алып барырға теләүселәр өсөн ифрат файҙалы буласаҡ. Уға әле үк иғтияждың артыуы, баҫманың бик ваҡытлы булыуын күрһәтә,- тине Гөлназ Йосопова.
Тик китаптар 1 мең 500 дана сығарылған. Ул тәү сиратта район хакимиәттәренә бүленеп биреләсәк. Уның ҡағыҙ варианты аҙ булыуын иҫәпкә алып, киләсәктә электрон һәм мобиль ҡушымта булараҡ сығарыу күҙ уңында тотола.
Шулай уҡ сығыш яһаусылар, төрлө өлкәгә ҡағылған эшлекле һүҙлектәрҙең электән булыуын, тик улар аҙ данала нәшер ителеү сәбәпле киң даирә уҡыусыларға барып етмәүен дә билдәләне. Шулай уҡ башҡорт телендә эшләгән хәбәрселәр ҙә журналистика өлкәһенә эшлекле һүҙлектәрҙең кәрәклеген тәҡдим итте.
Интернетта, киң билдәле ҡушымталарҙа башҡа телдәр менән сағыштырғанда, башҡорт теленә тәржемәләрҙе табып булмай тигән фекерҙәр яңғыраны. Бының сәбәбен иһә белгестәр, унда тәржемә текстарҙың аҙ, ошо өлкәлә эшләгән белгестәрҙең дә сикләнгән булыуы менән аңлатты. Ләкин киләсәктә лә ошо юҫыҡта ла эш дауам итәсәк.
Һуңғы йылдарҙа күп кенә кәңәшмәләр башҡорт телендә алып барыла башланы. Бында юғары дәүләт органдары ла ситтә ҡала алмай. Шуға күрә бындай китаптар бөтә өлкәгә лә кәрәкле.
Сикләнелгән данала сыҡһа ла, уҡыу әсбәптарын Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 йорт, 6 сы ҡаттағы башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау фонды аша юлларға мөмкин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: