-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 23:09

Экологик өмә Гиннесстың рекордтар китабына инерме?

Быйыл тәүге тапҡыр “Йәшел Башҡортостан” һәм “Еңеү урманы” акциялары “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә үтәсәк. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы 19 сентябрҙә Хәйбулла районында башлана. #йәшелБашҡортостан #йәшелРәсәй #зелёнаяРоссия #зелёнаяБашкирия #еңеүбаҡсаһы #садпобеды

Быйыл тәүге тапҡыр “Йәшел Башҡортостан” һәм “Еңеү урманы” акциялары “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә үтәсәк. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы 19 сентябрҙә Хәйбулла районында башлана.
#йәшелБашҡортостан #йәшелРәсәй #зелёнаяРоссия #зелёнаяБашкирия #еңеүбаҡсаһы #садпобеды
Унда муниципаль берәмек башлыҡтары ағас ултыртасаҡ. Ошо уҡ көндә бөтә муниципалитеттарҙа ла экологик өмәләр үтәсәк. Ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа тәртип булдырыласаҡ. Йылға һәм күлдәрҙе таҙартыу һәм тирә-яғын төҙөкләндереү буйынса эштәр ойоштороласаҡ.
26 сентябрҙә төп саралар үтә. Унда битараф булмаған һәр кем, мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, республика власть органдары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, БР Хөкүмәте ағзалары ҡатнашасаҡ. Акцияла ҡатнашыусыларҙың һаны 100 меңдән дә кәм булмаҫ, тип көтөлә.
– Быйыл “Йәшел Башҡортостан” акцияһын “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһе менән берләштерергә ҡарар иттек. Бөтә Рәсәй өмәһе донъяла иң күп кеше ҡатнашҡан экологик сара булараҡ Гиннесстың рекордтар китабына инеүе лә бар. Бындай ҙур саранан ситтә ҡалырға теләмәйбеҙ. Файҙалы һәм изге эшкә беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә теләйбеҙ. Һөҙөмтәлә республикабыҙ тағы ла матурыраҡ, иң мөһиме, экологик яҡтан таҙараҡ буласаҡ”, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә генә 25 мең төп ағас ултыртыу ниәтләнә. Шулай уҡ БР Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса акция “Башҡортостан ихаталары” программаһында ҡатнашҡан ихаталарҙа ла үтәсәк.
Бынан тыш, муниципалитеттарҙа “Еңеү урманы” акцияһы ла үтәсәк. Акция үткән ҡала-ауылдарҙа концерттар, конкурстар, музыкаль коллективтар сығышы, ялан кухняһы ойоштороласаҡ. Барлыҡ саралар ҙа санитар талаптарға ярашлы үтәсәк.
Акциялар үткәреү өсөн яуаплы кешеләрҙең, ағас ултыртыу урыны, ҡорамалдар һәм үҫентеләр буйынса мәғлүмәт муниципаль берәмектәр хакимиәттәренең рәсми сайттарында һәм киң мәғлүмәт сараларында баҫыласаҡ. Акцияла теләгән бар кеше лә ҡатнаша ала.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в