+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 13:27

COVID-19-ҙан вафат медиктарҙың ғаиләләренә страховкалар бирелгән

Башҡортостанда коронавирустан вафат булған дүрт медицина хеҙмәткәре ғаиләләренә страховкалау түләүҙәре бирелгән.

Башҡортостанда коронавирустан вафат булған дүрт медицина хеҙмәткәре ғаиләләренә 2,75 миллион һум страховкалау түләүҙәре бирелгән. Был аҡса Социаль страховкалау фонды тарафынан күсерелгән һәм түләүҙәр Рәсәй Президентының коронавирус йоҡтороусылар менән эшләүсе медиктарға өҫтәмә страховка гарантиялары хаҡындағы указында ҡаралған. Фондҡа республиканың дүрт медицина хеҙмәткәренең вафаты хаҡында документтар тапшырылған булған. Улар – раҫланған страховкалау осраҡтары. Һәр береһе буйынса махсус комиссия тикшереү үткәргән. Был осраҡтар буйынса йәмғеһе 11 миллион һумдан ашыу аҡса түләнгән.
Читайте нас: